+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Декабря 2021, 12:29

Башҡортостандан дүрт проект – еңеүсе!

Ульяновск ҡалаһында Х Russian Event Awards 2021 туризм өлкәһендә Милли премия финалы үтте. Башҡортостандан дүрт турист проекты еңеү яуланы. Жюри шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың туризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне.

Башҡортостандан  дүрт проект – еңеүсе!Башҡортостандан  дүрт проект – еңеүсе!
Башҡортостандан дүрт проект – еңеүсе!

Ульяновск ҡалаһында Х Russian Event Awards 2021 туризм өлкәһендә Милли премия финалы үтте. Башҡортостандан дүрт турист проекты еңеү яуланы. Жюри шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың туризмды үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне.

 

– Быйыл конкурста ҡатнашҡан бар төбәктәр араһында Башҡортостан финалистары иң күбен тәшкил итте. Тәҡдим ителгән 26 проекттың 18-е финалға сыҡты, – тип билдәләй БР туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

Бына ул, Russian Event Awards 2021 премияһы лауреаттары исемлеге:

– “Гастрономия туризмындағы иң шәп ваҡиға” номинацияһында “Бөрө билмәндәре” гастрономик фестивале – Гран-при, Бөрө ҡалаһы;

– “Йәштәр өсөн иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында Гран-при – “1000 музыкант көнө”, Өфө;

– “Тарихи йүнәлештәге иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында 1-се урын —“Ваҡыт йылғаһы” тарихи реконструкция фестивале, Бөрө;

 – “Спорт өлкәһендә иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында 2-се урын — “Малидак” ғаилә-спорт фестивале, Белорет.

Шулай уҡ сарала Ғилми-тикшеренеү үҙәге күргәҙмәһенең R&C махсус премияһы “1000 музыкант көнө”нә тапшырылды.

Фото – Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас