

Республикабыҙҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинация әүҙем дауам итә. Башҡортостанға барлығы 2 637 758 доза вакцина килгән. 6 декабрь мәғлүмәттәренә ярашлы, прививканың беренсе компонентын 2 031 793 кеше яһатҡан. Икенсе компонентын да ҡаҙатып, вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 1 798 259. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алып барған оператив кәңәшмәлә был мәсьәләгә төп иғтибар бирелде.
Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: коронавирусҡа ҡаршы прививканы поликлиника регистратураһы аша йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы буйынса алдан яҙылып эшләтергә мөмкин. Республикала, мобиль пункттарҙы ла индереп, 183 вакцинация пункты бар.
Вице-премьер-һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, тәүлек эсендә ковид 632 ауырыуҙа асыҡланған. Әлеге ваҡытта республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 110 282. Шуларҙың 90 проценттан ашыуы, йәғни 99 209-ы сәләмәтләнгән, 639-ы аҙаҡҡы тәүлектә дауахананан сыҡҡан. Бөгөнгө көндә 6 859 сырхау - өйҙәрендә, 450-һе стационарҙа дауалана.
Республика стационарҙарында ковид-ауырыуҙар өсөн 2 800 койка бүленгән, шуларҙың 30 проценты буш. Максим Забелин ковид-госпиталь итеп үҙгәртелгән дауаханаларҙың элеккесә эшләүгә ҡайтыуын, 15 ноябрҙән планлы диспансеризация яңыртылыуын әйтеп үтте.
Республика Башлығы Радий Хәбиров, дөйөм алғанда, пандемия арҡаһында һаулыҡ һаҡлау системаһына төшкән көсөргәнештең кәмеүен билдәләне, күргән сараларҙың үҙ һөҙөмтәһен биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото "Башинформ"дан алынды.