+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Декабря 2021, 12:11

Компенсация түләйәсәктәр

Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы халҡы зарарланыу арҡаһында юҡ ителгән малы өсөн компенсацияны яңы йылға тиклем аласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәт ултырышында етәкселәргә  ошондай йөкләмә ҡуйҙы. Мәғлүм булыуынса, Радий Фәрит улының ҡушыуы буйынса 25 ноябрҙән Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы биләмәләренә эре малда нодуляр дерматит сире асыҡланыуы арҡаһында карантин иғлан ителгәйне.

Компенсация түләйәсәктәрКомпенсация түләйәсәктәр
Компенсация түләйәсәктәр

Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы халҡы зарарланыу арҡаһында юҡ ителгән малы өсөн компенсацияны яңы йылға тиклем аласаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәт ултырышында етәкселәргә  ошондай йөкләмә ҡуйҙы. Мәғлүм булыуынса, Радий Фәрит улының ҡушыуы буйынса 25 ноябрҙән Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы биләмәләренә эре малда нодуляр дерматит сире асыҡланыуы арҡаһында карантин иғлан ителгәйне.

Был инфекция сире  малдың күп кенә органдарын зарарландыра, уны файҙалыныуҙа хәүеф тыуҙыра. Бер генә һыйыр малының сирләүе 10-14 көн эсендә бөтә малдың йоғошло сиргә дусар итә һәм эпидемия башланыуға сәбәп булып тора.

Дерматит сиренә ҡаршы көрәш һөҙөмтәһендә, кешеләрҙең ихатаһынан, фермер хужалыҡтарынан мал тартып алынды.2 декабрҙән һау булғандарына  вакцинация башланды. Барлығы 15 мең баш эре, 15 мең баш вак малға привика эшләнәсәк.

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарысы Урал Килсенбаев үткән аҙнала төбәктә булып, урындағы халыҡ менән осрашыуын  һәм компенсация тураһында килешеүҙе белдерҙе.

Шулай уҡ 6 декабрҙән кешеләргә һөт кухняһы продукцияһы менән берлектә аҙыҡ- түлек  наборы  тапшырыла башланы.

Малын юғалтҡан ауыл кешеләренә компенсация түләүҙе контролдә тотоу Урал Килсенбаевҡа йөкмәтелде.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас