+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Декабря 2021, 09:07

Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһы быйыл нисек үтәсәк?

Быйыл Башҡортостан Башлығының Яңы йыл байрамы короновирусҡа бәйле сикләүҙәр арҡаһында, үткән йылдағы кеүек, үҙгәртелгән форматта уҙасаҡ.

Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһы быйыл нисек үтәсәк?Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһы быйыл нисек үтәсәк?
Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһы быйыл нисек үтәсәк?

Быйыл Башҡортостан Башлығының Яңы йыл байрамы короновирусҡа бәйле сикләүҙәр арҡаһында, үткән йылдағы кеүек, үҙгәртелгән форматта уҙасаҡ.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сараға саҡырылған һәр уҡыусы төбәк етәксеһе исеменән бүләкте билдәләнгән көн – 24 декабрҙә үҙ муниципалитетында аласаҡ.

Башҡортостан Башлығы шыршыһында республиканың уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө фестиваль лауреаттары, мөмкинлектәре сикләнгәндәр, етемдәр һәм ата-әсә ҡарамағынан мәхрүм ителгәндәр, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙең балалары, дөйөм алғанда, 780 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашасаҡ.  

Байрам шыршыһы муниципалитеттарҙа асыҡ һауала үтәсәк. Башҡортостанда Яңы йыл корпоративында ҡатнашыусыларҙы QR-код буйынса тикшерәсәктәр. Балаларҙың бер урында күпләп йыйылыуын булдырмаҫ өсөн, белем биреү учреждениеларында Яңы йыл шыршылары һәр класта, түңәрәктә, берекмәлә айырым ойоштороласаҡ, тип белдерҙеләр ведомствола.  

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас