+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Декабря 2021, 09:31

101 йәшлек яугир өләсәй ковидты еңгән

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – 101 йәшлек Анисия Матвеевна Камышлова коронавирусты еңеүгә өлгәшкән.

101 йәшлек яугир өләсәй ковидты еңгән101 йәшлек яугир өләсәй ковидты еңгән
101 йәшлек яугир өләсәй ковидты еңгән

Федоровка районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – 101 йәшлек Анисия Матвеевна Камышлова коронавирусты еңеүгә өлгәшкән. Ул ошо көндәрҙә Күмертауҙағы 2-се ковид-госпиталдән һауығып сыҡҡан.

Дауаханаға уны ҡыҙы  менән бергә ике аҙна элек һалғандар. Икеһендә лә коронавирус инфекцияһы раҫланған.

Өлкән йәштәгеләрҙе ковидтан дауалау еңел түгел – төрлө сирҙәре арҡаһында хәлдәре ҡатмарлаша, инфекция уларҙа йыш ҡына ауыр өҙлөгөүҙәр тыуҙыра, ти табиптар. Анисия Матвеевнаға ла сиргә ҡаршы көрәш еңел бирелмәй. Ләкин һауығыу өсөн пациенттың күңел торошо ҙур әһәмиәткә эйә. “Дәһшәтле һуғышта сынығыу алған, Еңеү көнөн Кенигсбергта ҡаршы алған Анисия Матвеевна иҫ киткес ҙур йәшәү көсөнә эйә”, – тип билдәләй уны дауалаусы табип Анастасия Трушина. Яугир өләсәй сираттағы Еңеү байрамын һау-сәләмәт хәлдә, шатланып ҡаршы алырға ниәтләй.

"Фашизмды ҡыйратҡан өләсәй коронавирус инфекцияһын да еңде”, – ти аҡ халатлылар, уның өсөн ихлас  ҡыуанып.

Фото Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы дауаханаһы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас