+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Декабря 2021, 12:22

Вирус йәнә 660 кешегә йоҡҡан

3 декабрь мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирустан 37 ауырыу вафат булған, сирҙе йоҡтороуҙың 660 осрағы асыҡланған. Зәһәр инфекция менән ауырыусыларҙың дөйөм һаны 108 356-ға еткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вирус йәнә 660 кешегә йоҡҡанВирус йәнә 660 кешегә йоҡҡан
Вирус йәнә 660 кешегә йоҡҡан

3 декабрь мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирустан 37 ауырыу вафат булған, сирҙе йоҡтороуҙың 660 осрағы асыҡланған. Зәһәр инфекция менән ауырыусыларҙың дөйөм һаны 108 356-ға еткән.

Әлеге ваҡытта дауаханаларҙа ковид менән сирләүсе 517 ауырыу ята, 98-е ауыр хәлдә, 13-ө яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 6 992.

Афәтле сирҙән йәмғеһе 3 654 яҡташыбыҙ вафат булған. Шуларҙың 3 269-ы – 60 йәштән өлкәнерәк.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да 1,8 миллионға яҡын кеше ҡаҙатҡан. Был – прививка яһатырға тейешле халыҡтың 71,3 проценты.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас