+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Декабря 2021, 04:50

Гүйә, 90-сы йылдар ҡайта...

Эшҡыуарға, үлем датаһын яҙып, ҡара траур рамда ҡатынының фотоһын ебәргәндәр.

Гүйә, 90-сы йылдар ҡайта...Гүйә, 90-сы йылдар ҡайта...
Гүйә, 90-сы йылдар ҡайта...

Эшҡыуарға, үлем датаһын яҙып, ҡара траур рамда ҡатынының фотоһын ебәргәндәр.

Шулайыҡ уҡ балалар баҡсаһына йөрөгән балаларының фотоларын да һалғандар.

Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битендә: “Әйтерһең, 90-сы йылдар кире ҡайтҡан. Юҡ, ваҡиғалар бөгөн, Өфөлә бара”, - тип яҙа.

Быны бурысын ҡайтарырға теләмәгән элекке “партнерҙарым” эшләй, күрәһең, тип фаразлай эшҡыуар. Ул полицияға ғариза биреп ҡараған, тик унда енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тартҡандар.

“Мин тиҙ арала прокуратураға һәм Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итәсәкмен. Эшҡыуарға ярҙам итеп булыр, тип өмөтләнәм”, - тигән ниәтен һәм өмөтөн белдерә Флүр Әсәҙуллин.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас