-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Декабря 2021, 04:05

Бушлай консультация алығыҙ

3 декабрь календарға Халыҡ-ара инвалидтар көнө булараҡ ингән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бушлай консультация алығыҙБушлай консультация алығыҙ
Бушлай консультация алығыҙ

3 декабрь календарға Халыҡ-ара инвалидтар көнө булараҡ ингән.

Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 236 меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә. Уларҙың 18,3 меңгә яҡыны - балалар.

Бөгөн үҙәк хеҙмәткәрҙәре инвалид балаларҙы реабилитациялауға, реабилитациялауҙың техник сараларына сертификаттар алыу мәсьәләләре буйынса консультация бирә, шулай уҡ инвалидтарға юридик хеҙмәттәр күрһәтә.

Консультацияға Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең 8-800-775-00-14 «ҡыҙыу линия» телефоны буйынса яҙылырға мөмкин.

Бынан тыш, Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға бәйле һорауҙарға яуап бирә.  Белешмә алыу өсөн 251-51-55, 276-71-86 телефондарына көндөҙгө сәғәт 15.00 - 17.00 сәғәттәрҙә шылтыратырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас