

Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров урындағы белем биреү учреждениеларын ҡараны.
1975 йылда төҙөлгән 36-сы балалар баҡсаһы капиталь ремонттан һуң яңынан асылған. 90-сы йылдарҙа уны йәмәғәт туҡланыу бинаһына үҙгәртеп ҡорған булғандар, аҙаҡ ул бер нисә йыл буш торған.
Эштәр “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарылған. Балалар учреждениеһы февралдә эшләй башлаған.
2023 йылда Салауат ҡалаһы үҙенең 75 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы “Көнсығыш” биҫтәһендә 1175 урынлыҡ заманса мәктәп төҙөләсәк. Радий Хәбиров яңы төҙөлөш урынын ҡарап сыҡты һәм эште ваҡытында тамамларға ҡушты.
Мәктәптә ике спорт залы, медицина һәм стоматология кабинеттары, 504 урынлыҡ ашхана ҡаралған. Проект документтары кәрәкле экспертиза үткән. Объекттың хаҡы - 717 миллион һум.
– Беҙҙең ҙур ҡалаларҙа ысынлап та мәктәптәр етмәй. Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов әйтеүенсә, бында һуңғы тапҡыр уҡыу йортон 1994 йыда асҡандар, – тине Радий Хәбиров. – Ә ҡала үҫә, йәш, тиҙ үҫешкән биҫтә барлыҡҡа килде. Шуға күрә төҙөйәсәкбеҙ. Был салауаттар өсөн ҡала юбилейына бик яҡшы бүләк буласаҡ.