+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Декабря 2021, 03:25

Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын һәм йөклөлөк буйынса түләүҙәр алыуҙың яңы тәртибе

2022 йылдан ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары электрон төрҙә генә бирелә, ә улар буйынса пособиелар автоматик рәүештә күсерелә.

Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын һәм йөклөлөк буйынса түләүҙәр алыуҙың яңы тәртибеВаҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын һәм йөклөлөк буйынса түләүҙәр алыуҙың яңы тәртибе
Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын һәм йөклөлөк буйынса түләүҙәр алыуҙың яңы тәртибе

2022 йылдан ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары электрон төрҙә генә бирелә, ә улар буйынса пособиелар автоматик рәүештә күсерелә.

Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие алыу өсөн дә ғариза яҙырға кәрәкмәй.

Пособиелар, элеккесә, социаль страховкалау фондынан күсерелә, ләкин хәҙер граждандарға бының өсөн бер ниндәй ҙә ғариза һәм документтар тапшырырға кәрәкмәй. Хеҙмәт хаҡы күләме, йөклөлөк  һәм бала табыу буйынса отпускыға сығыу тураһында мәғлүмәттәр Социаль страховкалау фондына — эш биреүсенән, ә баланың тыуыу хаҡында мәғлүмәт ЗАГС -тан ебәрелә. 

Ошо документтар нигеҙендә Социаль страховкалау фонды пособие күләмен иҫәпләп сығарып, хеҙмәткәргә түләй. Пособие тәғәйенләү һәм түләү тураһында мәғлүмәт социаль тәьминәттең Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһына урынлаштырыла һәм граждандарҙың дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына ебәрелә. Социаль страховкалау фонды Пенсия фонды, Федераль һалым хеҙмәте һәм башҡа дәүләт учреждениеларынан өҫтәмә мәғлүмәт һорарға  мөмкин.

Дәүләт учреждениеларының, эш биреүселәрҙең Социаль страховкалау фонды менән был йәһәтән эш итеү ҡағиҙәләрен Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин раҫланы.  

 
Автор:
Читайте нас