+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Декабря 2021, 08:45

Ковидтан прививка яһатыусылар ике миллиондан артты

Республикала 2 003 946 кеше ковидтан вакцинаның беренсе компонентын эшләткән.

Ковидтан прививка яһатыусылар ике миллиондан арттыКовидтан прививка яһатыусылар ике миллиондан артты
Ковидтан прививка яһатыусылар ике миллиондан артты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа бәйле хәл буйынса оператив штабтың ултырышын үткәрҙе. Республикала 2 миллиондан ашыу кеше ковидтан прививка яһатҡан. 2 003 946 кеше вакцинаның беренсе компонентын эшләткән. Бөгөнгө көнгә ҡарата пландың 80 проценты үтәлгән. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн тағы 480 меңләп кешегә прививка ҡаҙатырға кәрәк.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был йүнәлештә эште дауам итергә һәм бөтә санитар нормалар һәм ҡағиҙәләрҙе күҙәтеүҙе талап итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Үҙ һаулығына ғына түгел, тирә-яҡтағыларҙың сәләмәтлегенә ҡарата ла яуаплы ҡараш күрһәтеүсе кешеләрҙең бөтәһенә лә рәхмәт”, – тип яҙҙы ул. Радий Хәбиров вакцинация һәм ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү үҙ һөҙөмтәһен биреүен әйтеп үтте. "Хәлдең тотороҡло төҫ алыуы ковид-койкалар һанын 8000-дән 2985-кә тиклем кәметеү мөмкинлеген бирҙе. Бушаған урындарҙы беҙ башҡа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн бүлдек. Үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ”, – тине республика етәксеһе,халыҡҡа мөрәжәғәт итеп.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас