

Республикала кәбеҫтә, арыш икмәге һәм туңдырылған балыҡҡа хаҡтар артҡан. Шулай уҡ ошо арауыҡта эремсек, йомортҡа, туҡмас, колбаса изделиеларының хаҡы ла һиҙелерлек күтәрелгән.
Быйылғы кәбеҫтәне килограмын 39 һумдан алырға мөмкин, ә арыш икмәгенең килоһы 62 һумдан. Ә уның ҡарауы, помидор һәм шоколад кеүек тәм томдар осһоҙайған. Помидор миҙгеле булмаһа ла, хаҡтар тешләшмәй. Хәҙер помидорҙың килограмы 127 һумдан ашыу тора.
Сауҙа селтәрҙәрендәге аҙыҡ- түлеккә хаҡтарҙың артыуы ауыл баҙарҙарында ла һиҙелә. Дөйөм хәлгә ярашлы, төбәк баҙарында ла иткә, һөт ризыҡтарына хаҡтар ярайһы ғына артып бара.