+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Декабря 2021, 04:10

Бушлай газ үткәр

Башҡортостан Башлығының “Айырым граждандар категорияһына Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге торлаҡ биналарына газ үткәреүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында”ғы Указы 2019 йылдың 9 сентябрендә ҡабул ителгәйне.

Бушлай газ үткәрБушлай газ үткәр
Бушлай газ үткәр

Башҡортостан Башлығының “Айырым граждандар категорияһына Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге торлаҡ биналарына газ үткәреүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында”ғы Указы 2019 йылдың 9 сентябрендә ҡабул ителгәйне.

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин белдереүенсә, 2020 йылда һәм 2021 йылдың уҙған айҙарында документта билдәләнгән граждандар категорияһына ингәндәргә 485 миллион һумлыҡ алты меңдән ашыу сертификат тапшырылған.

Сертификат алыу хоҡуғына Башҡортостанда даими йәшәгән торлаҡ хужалары йәки ошо милектә өлөшө булған “Ветерандар тураһында”ғы Федераль закондың 2-се статьяһының 1-се өлөшөндә күрһәтелгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ошо уҡ Закондың 4-се статьяһында күрһәтелгән Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалид бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләр эйә.

Автор:
Читайте нас