+8 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Декабря 2021, 04:49

Ҡыштың тәүге көнөндә

1 декабрҙән ил халҡын үҙгәрештәр көтә. Минераль һыу, һөт продукцияһына мотлаҡ маркировка, QR-код системаһы индерелә, пенсия аҡсалары индексациялана һәм социаль әһәмиәтле сайттарға бушлау  инеү мөмкинлеге буласаҡ.

Ҡыштың тәүге көнөндәҠыштың тәүге көнөндә
Ҡыштың тәүге көнөндә

1 декабрҙән ил халҡын үҙгәрештәр көтә. Минераль һыу, һөт продукцияһына мотлаҡ маркировка, QR-код системаһы индерелә, пенсия аҡсалары индексациялана һәм социаль әһәмиәтле сайттарға бушлау  инеү мөмкинлеге буласаҡ.

Автоматик рәүештә пенсия аҡсаларын индексациялау өс категория хаҡлы ялдағыларға ҡағыла. Улар ноябрҙә 80 йәшлек юбилейҙарын билдәләүселәр, уларҙың пенсия аҡсаһы  12 088, 96 һумға етәсәк.

Шулай уҡ быйылғы йылдың авгусына тиклем эшләгән хаҡлы ялдағыларҙың  пенсияһы арта.

Өсөнсө категория иһә пенсия аҡсаһын ҡайтанан ҡарауға ғариза биргәндәр. Уларҙың аҡсаһы автоматик рәүештә өҫтәлә.

 Мотлаҡ QR-код системаһы Ҡалмык республикаһы, Орлов, Силәбе,Омск өлкәләре, Хабаров крайында һәм курорт-ҡала Сочила индерелә.

 Рәсәйҙең социаль әһәмиәтле сайттарына бушлай инергә мөмкин.Ә бына төрлө пирамидаларҙы, финанс хеҙмәт күрһәтергә хоҡуғы булмаған ойошмаларҙы рекламалаусы сайттарҙы закон буйынса судҡа тиклем дә ябып ҡуйырға мөмкин буласаҡ.

Бынан ары минераль һыуҙар,  ҡулланыу ваҡытын билдәләп һөттө маркировкалау мотлаҡ буласаҡ. Етештереүселәр идентификация ҡуйырға һәм быны мәғлүмәт  маркировка системаһына хәбәр итергә тейеш.Һуңынан был талаптар туңдырма һәм сырҙарға ла ҡағыласаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас