+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Декабря 2021, 04:30

Янғында ике бала зыян күргән

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йортта янғын сығыу һөҙөмтәһендә ике бала зыян күргән.

Янғында ике бала зыян күргәнЯнғында ике бала зыян күргән
Янғында ике бала зыян күргән

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йортта янғын сығыу һөҙөмтәһендә ике бала зыян күргән.

Хәл Учалы районының Иманғол ауылында бөгөн төндә теркәлгән. Ут ағас өйҙөң ал яғында сыға. Килеп еткән янғын һүндереүселәр уны тиҙ баҫтыра.

Өйҙә 10 йәшлек ҡыҙы һәм 8 йәшлек улы менән атай кеше була. Улар ҡотҡарыусылар килеп еткәнгә тиклем яна башлаған йорттан үҙ аллы сыға. Тик балаларға медицина ярҙамы талап ителә. Улар төтөндән зыян күргән, әле дауаханала яталар, хәлдәре тотороҡло, тип белдерәләр ҡортҡарыу хеҙмәтенән.

Автор:
Читайте нас