+19 °С
Облачно


Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала ковид арҡаһында бер тәүлектә 38 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Коронавирустан вафат булыусыларҙың дөйөм һаны – 3 583.
1 декабргә ҡарата Башҡортостанда зәһәр инфекцияны йоҡтороусылар барлығы 107 034 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы тәүлектә улар һаны 664-кә артҡан. Пандемия башланғандан алып ковидтан 95 944 кеше һауығыуға өлгәшкән, 659-е үткән тәүлектә һауығып дауахананан сыҡҡан.
Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын яһатыусылар – 1 992 289, икенсеһен дә ҡаҙатыусылар – 1 739 951.