+23 °С
Ясно


4 декабрҙән республикала тау саңғыһы экспрессы, “Урал легендаһы” тигән ҡала яны поезы йөрөй башлай. Киләһе поезд “Өфө- Яңы Абзаҡ- Өфө” маршруты буласаҡ.
Был поезд шәмбе һәм йәкшәбе көндәре Өфө станцияһынан ҡуҙғалып китәсәк. Ул Дим, Өршәк, Ассы шифаханаһы, Инйәр, Айғыр, Белорет, Яңы Абҙаҡ маршруттары буйынса туҡтала.
Поезд урындағы ваҡыт менән 07.08 сәғәттә ҡуҙғала, һуңғы туҡталышҡа барып етеү ваҡыты 13 сәғәт 07 минут. Шул уҡ көндө ул ошо туҡталыштар менән Өфөгә кире ҡайтыу яғына сыға. Килеп етеү ваҡыты 19. 37.