

Кисә Өфөлә «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында башҡорт шәле оҫталары эштәрен баһалама ағзалары ҡараны һәм фекер алышыуы ойошторҙо, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Фестиваль-конкурс «Башҡорт дебет шәле», «Селтәрле шәл» һәм «Туҡылған башҡорт шәле» номинацияларында уҙғарыла. Конкурсҡа Ейәнсура, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Мәләүез, Миәкә, Бишбүләк райондары оҫталары үҙ эштәрен тәҡдим иткән. Ғәҙәттәгесә, фестивалдә оҫталар «Башҡорт шәленең реклама ролигы» команда ижади конкурсында ҡатнаша. Быйыл ул онлайн-форматта үткәрелә, эштәрҙе Республика халыҡ ижады үҙәгенең Бәйләнештәге рәсми төркөмөндә https: / / vk.com / rcntufa һылтанмаһы буйынса ҡарарға мөмкин.
2-4 декабрҙә ВДНХ-ЭКСПО комплексында «Өфө. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» күргәҙмә-фестивалендә башҡорт дебет шәле күргәҙмә-йәрминкәһе була, шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусыларҙың эштәре һатыла. 4 декабрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм еңеүселәр бүләкләнә.
Проектты ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһы.