

Йәмле Дим йылғаһы буйында урынлашҡан Иҫке Яппар ауылында Рузидә һәм Наил Солтановтар матур пар булып, тырышып донъя көтә. Нефть ойошмаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡтылар. Хәҙер мал, ҡош-ҡорт үрсетеү менән мәшғүлдәр.
Йыл да ҡаҙ өмәһе үткәрәләр.
Туғандарын, балаларын, яҡындарын, күршеләрен саҡыралар. 80 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күрше Суфия әбей ҙә ярҙамлашырға ҡыуанып керә.
Рузидә еңгә өмәгә өҫтәл тултырып мул табын әҙерләй. Ҡаҙ ите, бәлештәр, башҡа төрлө татлы аҙыҡтар менән өмә табыны байрам булып үтеп китә.
Ғүмер ике килмәй, тип туғандарына мул күстәнәстәр биреп оҙатып ҡалалар. Матур тормошта, сәләмәтлектә ғүмер итһендар, тип теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән, Айҙар ҡустыһы һәм килене.
Дим һыуында йөҙә ҡаҙҙар,
Йәмдәр биреп йылға буйына,
Ҡыуанышып шунда ҡағыналар
Үҫеп еттек, тейеп, беҙ бында.
Ҡыр ҡаҙҙары оса йылы яҡҡа,
Өй ҡаҙҙары ҡала оҙатып.
Ҡаңғылдаша ҡаҙҙар ҡыйғаҡ- ҡыйғаҡ,
Ҡаҙҙар телен аңлап булмай шул.
Ҡаҙ өмасе – оло байрам,
Туғандар йыйылған бар.
Ҡаҙҙар матур һимес тейеп,
Ағай- еңгәм тырышҡан тип,
Ҙурлап- йырлап маҡтайҙар.
Аҡ мамыҡтар оса – ҡаҙ өмәһе,
Ҡаҙ бәлеше еңгәм бешерә.
Яҡындарым йыйылғандар өмәгә тип,
Шатлыҡ-ҡыуаныстар кисерә.