+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Ноября 2021, 04:22

Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡылмаһын

Башҡортостанда ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙы иҫкәртеү маҡсатында «Шыршы-2021» операцияһы башланды.

Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡылмаһынРөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡылмаһын
Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡылмаһын

Башҡортостанда ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙы иҫкәртеү маҡсатында «Шыршы-2021» операцияһы башланды.

Ул 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.  

Операция барышында шыршылар һатҡан урындарҙа даими рейдтар һәм урмандарҙа тикшереүҙәр үткәрелә. Шулай уҡ ЮХХДИ менән берлектә юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ һәм стационар постар ойошторола.

Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡарала. Граждандарға — 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә — 20-40 мең һум, юридик берәмектәргә 200-300 мең һум штраф һалына. Бынан тыш, хоҡуҡ боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы 5000 һум һәм унан күберәк тәшкил итһә, закон боҙоусының енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы мөмкин. Ошо статья буйынса иң күбендә алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы фотоһы. 

Автор:
Читайте нас