+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Ноября 2021, 06:57

Ковидтың яңы төрөнә ҡаршы дарыу бар

Коронавирусҡа ҡаршы “МИР 19” препараты “омикрон” штамына ҡаршы һөҙөмтәле буласаҡ, тип белдерҙе Федераль медицина-биология агентлығы етәксеһе Вероника Скворцова “Рәсәй 24” телеканалы эфирында.

Ковидтың яңы төрөнә ҡаршы дарыу барКовидтың яңы төрөнә ҡаршы дарыу бар
Ковидтың яңы төрөнә ҡаршы дарыу бар

Коронавирусҡа ҡаршы “МИР 19” препараты “омикрон” штамына ҡаршы һөҙөмтәле буласаҡ, тип белдерҙе Федераль медицина-биология агентлығы етәксеһе Вероника Скворцова “Россия 24” телеканалы эфирында.

Скворцова препараттың тәме татлыраҡ икәнлеген, уны ун минут дауамында һуларға кәрәклеген билдәләне. “Әгәр сирле кеше менән аралашҡандан һуң уны еҫкәһәң, организмға вирус көсөргәнеше ҡырҡа кәмейәсәк”, – тине ул.

Әлеге мәлдә препаратты клиник тикшереүҙәрҙең икенсе фазаһы тамамланып килә. Федераль медицина-биология агентлығы Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тейешле отчеттар тапшырып, дарыуҙы теркәү тамамланыуын көтә.

Вероника Скворцова коронавирус йоҡторған кеше менән аралашҡандан һуң “МИР 19”ҙы үҙендә һынауы, һөҙөмтәлә сиргә бирешмәүе хаҡында һөйләне. Ковидҡа ҡаршы был препаратты ингаляция рәүешендәге дарыу итеп сығарырға ниәтләйҙәр.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас