

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт һәм рус телдәрендә «Бәхет күле» башҡорт халыҡ әкиәттәре йыйынтығы донъя күрҙе.
Бик борондан быуындан быуынға түкмәй-сәсмәй тапшырылып килгән башҡорт халыҡ әкиәттәренең аҫыл өлгөләре тупланған был йыйынтыҡҡа. Кешелек яҙмышына ҡурҡыныс менән янаған яуыз көстәргә ил азатлығы һәм тыныслығы өсөн йәнен аямай көрәшкән батырҙар изгелекле, ғәйрәтле, ғәҙел булыуҙары менән һоҡланыу уята. Әкиәттәрҙә яманлыҡ ҡылыусы геройҙар ниндәй генә булмаһындар, уларҙы һәр ваҡыт изге йәндәр, көслөләр, зирәктәр еңеп сыға. Әкиәттәр сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән.
Йыйынтыҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының Яңы йыл шыршыһына саҡырылған балаларға бүләк итеү өсөн дә әҙерләнгән.
Китапты нәшриәт магазиндарында, kitap-ufa.ru сайтында, OZON интернет-магазинында һатып алырға мөмкин.