+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Ноября 2021, 10:15

Тай хаҡы хужаһына тапшырылды

“Башҡортостан ҡыҙы” журналына 2021 йылдың икенсе яртыһына яҙылыусыларға беҙ иң ҙур бүләк – тай вәғәҙәләгәйнек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тай хаҡы хужаһына тапшырылдыТай хаҡы хужаһына тапшырылды
Тай хаҡы хужаһына тапшырылды

“Башҡортостан ҡыҙы” журналына 2021 йылдың икенсе яртыһына яҙылыусыларға беҙ иң ҙур бүләк – тай вәғәҙәләгәйнек.

Ул Ишембай районы Кинйәкәй ауылынан Гөлсөм Хәсәнова өлөшөнә төштө. Бөгөн журналыбыҙҙы даими алдырып уҡыусыбыҙҙан ҡыуаныслы хат килде.

“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре!

Беҙ, яратҡан журналыбыҙға яҙылып, иң ҙур бүләк – тай отҡан инек. Ара бик алыҫ булғанлыҡтан барып алырға мөмкинселек булмау сәбәпле, ошо көндәрҙә тайҙың аҡсаһын күсерҙеләр. Бөтә туғандарыбыҙ исеменән Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоеваға һәм барлыҡ редакция хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ”, - тип яҙа ул.

Хатта, тай бүләк иткән бағымсыбыҙҙың исемен дә атап, уға бик ҙур рәхмәттәрен еткерә Гөлсөм Хәсәнова. Халҡым, тыуған илем, ерем, тип янып йәшәгән изге күңелле ир-азаматы, исемен атамауҙы һорап, билдәһеҙ ҡалырға теләгәнгә күрә, исем-шәрифен төшөрөп ҡалдырырға мәжбүр булдыҡ.

Редакция үҙ сиратында бағымсыбыҙға оло рәхмәтен еткерә һәм уға именлек-һаулыҡ теләп ҡала.

Арабыҙҙа шундай ҡәрҙәштәребеҙ күберәк булһын ине ул! 

Әле 2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың ҡыҙған мәле. Әйҙәгеҙ, милләттәштәр, “Башҡортостан ҡыҙы” журналына дәррәү яҙылайыҡ! Тай кеүек ҙур булмаһа ла, бүләктәр ҙә әҙерләгәнбеҙ.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!   

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас