+22 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Ноября 2021, 10:43

Ковид ҡорбандары 3 500-ҙән артты

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 105 703-кә еткән. Тәүлек эсендә 665 ауырыу өҫтәлгән.

Ковид ҡорбандары 3 500-ҙән арттыКовид ҡорбандары 3 500-ҙән артты
Ковид ҡорбандары 3 500-ҙән артты

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 105 703-кә еткән. Тәүлек эсендә 665 ауырыу өҫтәлгән. Пандемия башланғандан алып йәмғеһе 94 622 кеше инфекциянан һауыҡҡан, 667-һе – һуңғы тәүлектә.

  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған тәүлектә афәт йәнә 32 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Зәһәр вирус ҡорбандары 3 511 иҫәпләнә, шуларҙың 3 132-һе – 60 йәште уҙғандар.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, биш районда: Бүздәк, Шишмә, Әлшәй, Саҡмағош, һәм Өфө райондарында ковидҡа ҡаршы прививка эшләтеү әүҙем бара. Бөрйән, Белорет райондарында, Сибай, Межгорье һәм Октябрьский ҡалаларында иһә вакцинация һүлпән тип баһалана.

29 ноябргә ҡарата Башҡортостанда  коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын 1 968 753 кеше яһатҡан, икенсеһен дә эшләтеп, вакцинацияны тамамлап ҡуйыусылар – 1 708 208.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас