+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Ноября 2021, 07:25

Коронавирустың “омикрон” тигән яңы төрөнә ниндәй билдәләр хас?

Коронавирустың Африкала асыҡланған “омикрон” тигән яңы төрө белгестәрҙә етди борсолоу тыуҙыра. Ул бик тиҙ таралыу һәләтенә эйә икән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Коронавирустың “омикрон” тигән яңы төрөнә ниндәй билдәләр хас?Коронавирустың “омикрон” тигән яңы төрөнә ниндәй билдәләр хас?
Коронавирустың “омикрон” тигән яңы төрөнә ниндәй билдәләр хас?

Коронавирустың Африкала асыҡланған “омикрон” тигән яңы төрө белгестәрҙә етди борсолоу тыуҙыра. Ул бик тиҙ таралыу һәләтенә эйә икән. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында шуны иҫкәртәләр: ковидты үткәргән кешеләр вирустың был штамын йоҡтороуҙары мөмкин.

“Омикрон” штамының төп билдәләре – ныҡ арыу тойғоһо, баш ауыртыу, шул уҡ ваҡытта температура күтәрелмәй, тамаҡ ауыртмай, тип хәбәр итәләр Көньяҡ Африка Республикаһының Медицина ассоциацияһында. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Израилдә, Бельгияла, Гонконгта, Германияла, Великобританияла, Италияла, Австралияла “омикрон” йоҡтороу осраҡтары теркәлгән. Рәсәйҙә коронавирустың был яңы төрө әле асыҡланмаған, тип хәбәр итә 28 ноябрҙә Роспотребнадзор.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас