+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Ноября 2021, 06:52

Өфөлә "Елки" фильмының бер тарихы төшөрөлдө

Өфө халҡы “Бөтә ил менән Яңы йыл шыршыһын биҙәйбеҙ” проектында ҡатнашты һәм баш ҡаланың Салауат  Юлаев  майҙанында  “Елки-8» нәфис фильмында төштө. Кино төшөрөү өсөн Мәскәүҙән килгән  ижади төркөмдө Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы ҡаршы алды һәм төшөрөү майҙанында бөтә ярҙам саралары күрһәтте.

Өфөлә  "Елки" фильмының бер тарихы төшөрөлдөӨфөлә  "Елки" фильмының бер тарихы төшөрөлдө
Өфөлә "Елки" фильмының бер тарихы төшөрөлдө

Өфө халҡы “Бөтә ил менән Яңы йыл шыршыһын биҙәйбеҙ” проектында ҡатнашты һәм баш ҡаланың Салауат  Юлаев  майҙанында  “Елки- 8» нәфис фильмында төштө. Кино төшөрөү өсөн Мәскәүҙән килгән  ижади төркөмдө Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы ҡаршы алды һәм төшөрөү майҙанында бөтә ярҙам саралары күрһәтте.

Билдәле комедия фильмын  төшөрөү урыны итеп Өфө юҡҡа һайланмаған. Берҙән, республикала ҡар яуып, кино өсөн ҡулай һауа шарттары урынлашҡан, икенсенән, быйыл баш ҡала майҙандарына шыршы ҡуйыу,биҙәү эштәре лә күпкә иртәрәк башҡарылды.  

-"Елки" фильмын экрандарға кире ҡайтарыу өсөн тәҡдимдәр бөтә төбәктәргә оҙатылды. Тәүгеләрҙән булып Өфө ҡалаһы яуап бирҙе.Башҡортостандың баш ҡалаһында киноның бер заманса тарихы- Мәскәү кешеләренең Өфөлә яңы йыл ҡаршылауы тигән новеллаһы төшөрөләсәк, - тигән режиссер һәм продюсер Антон Богданов.

Фильмды төшөрөү процессын ойоштороу Башҡортостан хөкүмәтендә һәм Өфө ҡала округы хакимәтенә яҡлау тапҡан.

Кино процессы бик үҙенсәлекле барҙы. Салауат Юлаев майҙанында йыйылған бөтә кешеләр шыршы формаһында ҡурайҙы, республиканың символын кәүҙәләндерҙе. Был сәхнә фильмдың аҙағында буласаҡ. " Елки" фильмы киң прокатҡа 16 декабрҙә сығасаҡ.  

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас