+12 °С
Облачно


Александр Градский - урта һәм өлкән быуын кешеләренә киң билдәле йырсы һәм композитор.
“Известия” хәбәр итеүенсә, кисә, 28 ноябрҙә, 2.10 сәғәттә уның йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Йырсыны 26 ноябрҙә инсульт менән дауаханаға һалған булғандар.
1997 йылда Александр Градскийға Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исеме бирелә, ә ике йыл элек ул РФ халыҡ артисы булып таныла.
Һуңғы йылдарҙа композитор “Тауыш” (“Голос”) телешоуының әйҙәүсеһе була.