

Өфөлә 1-4 декабрҙә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм сауҙа- сәнәғәт палатаһы ғаилә бизнесы форумы үткәрә. Был сара Рәсәй сауҙа- сәнәғәт палатаһының ғаилә эшҡыуарлығына ярҙам итеү проектының бер өлөшө булып тора.
Форумда яҡынса 200 уңышлы ғаилә компаниялары ҡатнашасаҡ. Уның иң мөһим өлөшө Башҡортостан етәкселеге ҡатнашлығындағы Бөтә Рәсәй ғаилә советының күсмә ултырышы.
Форумдың эшлекле өлөшө төрлө сессиялар,мастер- кластар, тренингтарҙы үҙ эсенә алған.2 декабрҙә ғаилә бизнесы үҙәген асыу сараһы уҙа. Унда ғаилә компанияларының хеҙмәтенән торған күргәҙмә эшләйәсәк.
Форумдың программаһы эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтында баҫылған https://goo.su/pdq.
Белешмә өсөн телефон һандары7 (917) 754-35-47, pr@tpprb.ru