-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Ноябрь 2021, 13:22

Шыршы байрамдарына ата-әсәләргә QR-код менән генә инергә мөмкин

Республикабыҙҙа ата-әсәләргә балалар баҡсаларында уҙғарылыусы шыршы байрамдарына ковидҡа ҡаршы вакцинацияның тулыһынса тамамланыуын раҫлаусы, йәки был сирҙе үткәреүҙе дәлилләүсе QR-код булғанда ғына инергә ярай.

Шыршы байрамдарына ата-әсәләргә QR-код менән генә инергә мөмкин
Шыршы байрамдарына ата-әсәләргә QR-код менән генә инергә мөмкин

Республикабыҙҙа ата-әсәләргә балалар баҡсаларында уҙғарылыусы шыршы байрамдарына ковидҡа ҡаршы вакцинацияның тулыһынса тамамланыуын раҫлаусы йәки коронавирус үткәреүҙе дәлилләүсе QR-код булғанда ғына инергә ярай. Был турала Башҡортостан Мәғариф министрлығы хәбәр итә.

Балалар баҡсаларындағы һәр төркөмдә Яңы йыл саралары айырым, санитар талаптарҙы күҙәтеп ойоштороласаҡ.

Байрамда ситтән килгән аниматорҙарға, артистарға, фотографтарға һәм ят кешеләргә ҡатнашыу рөхсәт ителмәй. Яңы йыл саралары үткәрелгән урындарҙа ҡатнашыусылар араһында социаль арауыҡты һаҡлау, тәнәфестәр ваҡытында биналарҙы елләтеп алыу мөһим. Шулай уҡ балалар баҡсаларына килеүселәрҙең бөтәһенең дә температураһын үлсәп индереү мотлаҡ.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: