+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Ноябрь 2021, 08:15

Күренекле ғалим, әҙәбиәт белгесе Ғиниәтулла Ҡунафинға 75 йәш тулды

Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреү өлкәһендә почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин кисә үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләне. 

Ошо күркәм дата айҡанлы Башҡорт дәүләт университетында «Күп милләтле дәүләт шарттарында рухи мәҙәниәт менән туған телде һаҡлау һәм үҫтереү: проблемалары һәм перспективалары» исемле Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин 1946 йылдың 22 ноябряендә  Башҡортостандың  Ғафури районындағы  Саитбаба ауылында тыуған. 1964 йылда тыуған ауылы  мәктәбендә 11 класты тамамлағандан һуң Ғафури районың  Татар Һаҫыҡкүле 8 йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, «Звезда» - «Йондоҙ» гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләй. 1965 – 1968 йылдарҙа  әрмелә отделение командиры, взвод командиры урынбаҫары,  рота старшинаһы вазифаларында хеҙмәт итә. В 1968 – 1973 йылдарҙа – БДУ-ың филология факультеты студенты, уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай.  1973-1976  йылдарҙа – СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан бүлегенең  аспиранты,  1977 йылда кандидатлыҡ  диссертацияһы яҡлай,  1977 – 1981 йылдарҙа  – СССР ФА БФ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе, артабан өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университетының  башҡорт әҙәбиәте кафедраһы доценты,  профессоры. 1986-1990 йылдарҙа  филфак  деканы урынбаҫары вазифаһын башҡара. Башҡортостан вуздары тарихында башлап башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ойоштороуҙың төп инициаторы һәм 1990–2000 йылдарҙа уның тәүге деканы була. 2000 йылда  башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеү һәм уҡытыу буйынса 1917 йылға тиклемге башҡорт әҙәбиәте кафедраһын ойоштора,  2000-2012 йылдарҙа уны  етәкләй,  2012 йылдан бөгөнгәсә башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте  кафедраһы мөдире. 

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы фотоһы. 

Автор:
Читайте нас: