+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Ноябрь 2021, 08:40

Көндәр йәнә йылыта

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда бөгөндән башлап көндәр йәнә йылыта.

Көндәр йәнә йылыта
Көндәр йәнә йылыта

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда бөгөндән башлап көндәр йәнә йылыта.

Бөгөн республикала бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ көтөлә. Юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, талғын, урыны менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә -5-10 градус. Аяҙытҡанда -11,-16,  көндөҙ иһә -0,-5 градус.

Шәмбе, 27 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, талғын.

Һауа температураһы төндә - 3-8, аяҙытҡанда 13 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ һауа температураһы 0,-5 градусҡаса күтәрелә.

Автор:
Читайте нас: