+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
25 Ноябрь 2021, 13:02

Рәсәйҙә COVID-19-ҙы үткәреү тураһында сертификаттың ғәмәлдә булыу ваҡытын бер йылға тиклем оҙайтыуҙары мөмкин

Бындай тәҡдим менән вице-премьер Татьяна Голикова сығыш яһаны.

Рәсәй Президенты Владимир Путин вице-премьер Татьяна Голикованың коронавирус менән ауырығандан һуң сертификаттың ғәмәлдә булыу ваҡытын бер йылға тиклем оҙайтырға тигән тәҡдимен хупланы, тип хәбәр итте ТАСС.

«Шулай эшләрбеҙ ҙә», — тип яуапланы президент хөкүмәт рәйесе урынбаҫарының һүҙҙәренә.

Бынан алда Голикова хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә Рәсәйҙә ҡабаттан коронавирус йоҡторғандарҙың өлөшө уларҙың дөйөм һанынан 0,74% тәшкил итеүен билдәләне. Уның фекеренсә, шуға бәйле ошондай сертификаттарҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын ярты йылдан бер йылға тиклем оҙайтыу тәҡдиме индерелде.

«Тиҙҙән Һаулыҡ һаҡлау министрлығының методик тәҡдимдәренә тейешле үҙгәрештәр индерелер», — тип хәбәр итте ул.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: