+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
25 Ноябрь 2021, 08:35

Өфөнөң Көньяҡ паркына республиканың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың исемен биреү тураһында тәҡдим

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса эксперт советы Өфөнөң Көньяҡ биҫтәһендәге паркка башҡорт шағиры Рауил Бикбаевтың исемен биреү тураһында тәҡдимде хупланы.

«Дәүләт Йыйылышына граждандарҙан күренекле башҡорт шағиры Рауил Бикбаевтың исемен мәңгеләштереүгә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр килә, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Республика халҡы быға тиклем республика Башлығының «Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» указына ярашлы башланған эште тиҙләтеүҙе һорай. Былтыр Киров районы Көньяҡ биҫтәһендәге яңы паркка шағирҙың исеме тәҡдим ителде. Әлегә башланғыс тормошҡа ашырылмаған».

Парламент спикеры һүҙҙәренсә, хәҙер был мәсьәләгә кире ҡайтырға һәм башланған эште тамамлап ҡуйырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас: