+17 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Ноября 2021, 09:21

Өфө мәҙрәсәһе яңы кимәлгә күтәрелде

Өфөнөң Мәрйәм Солтанова исемендәге  мәҙрәсә- колледжы Әл-Әзһәр институты кимәленә яраҡлаштырылды. Хәҙер колледж шәкерттәре   баш ҡаланан сыҡмайынса ғына ислам вузының бакалавриатында белем аласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө мәҙрәсәһе яңы кимәлгә күтәрелдеӨфө мәҙрәсәһе яңы кимәлгә күтәрелде
Өфө мәҙрәсәһе яңы кимәлгә күтәрелде

Өфөнөң Мәрйәм Солтанова исемендәге  мәҙрәсә- колледжы Әл-Әзһәр институты кимәленә яраҡлаштырылды. Хәҙер колледж шәкерттәре   баш ҡаланан сыҡмайынса ғына ислам вузының бакалавриатында белем аласаҡ.

Өфө колледжы  институт кимәленә яраҡлаштырылған  Рәсәйҙә берҙән- бер мәҙрәсә. Был турала Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының сайтында әйтелә.

  • Был беҙҙең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Хәҙер алдынғы шәкерттәребеҙ  Әл- Әзһәр институты дипломын алыу өсөн  Ҡаһирәгә  барып , өс йыл ғүмерен сарыф итмәйәсәк.Улар туранан -тура донъя ислам вузының бакалавриатында белем ала аласаҡ,- тине Башҡортостан мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин.

Колледжда әлегә тиклем дә   ғәрәп теле белгестәре, Әл-әзһәр институты уҡытыусылары белем биргән.  Килешеүгә ярашлы Өфө мәҙрәсәһе Ҡаһирә университетының әҙерлек курсына әйләнде. Шуны билдәләргә кәрәк, Әл-әзһәр университеты мосолмандар өсөн абруйлы юғары уҡыу йорттарының  береһе  булып һанала. Унда исламдың бөтә йүнәлештәре һәм ағымдары хаҡында ентекле белем бирелә, ти белгестәр.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас