+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Ноябрь 2021, 08:35

XI «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы лауреаттары бүләкләнде

«Иҙел» башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсының 3-сө турына 35 йырсы үтте.

XI «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы лауреаттары бүләкләнде
XI «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы лауреаттары бүләкләнде

«Иҙел» башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсының 3-сө турына 35 йырсы үтте.

Башҡортостандың һәм Татарстандың район-ҡалаларынан ҡатнашыусыларҙан тыш, конкурста шулай уҡ Н. Жиганов исемендәге Ҡазан консерваторияһы студенты, Азербайжан вәкиле Нахида Ахвердиева һәм «Тауыш. Балалар» шоуы финалсыһы Сәйҙә Мөхәмәтйәнова ҡатнашты.

Сәйҙә Мөхәмәтйәнова «Татар халыҡ йыры» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат исемен яуланы. Өфө сәхнәһендә ул «Һаҡмар һыуы» йырын башҡарҙы.

Шулай уҡ «Башҡорт халыҡ йыры», «Башҡорт эстрада йыры», «Татар эстрада йыры», «Академик йыр», «Иң яҡшы дуэт йәки коллектив», «Балалар номинацияһы» номинацияларында лауреаттар билдәләнде.

Жюри составына Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова, Татарстандың халыҡ артисы Мөнир Яҡупов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев һәм башҡалар, шулай уҡ уҙған йылдарҙа лауреат исеменә лайыҡ булған Зилиә Бәхтиева (2013 йыл) менән Рәфис Сирусин (2014 йыл) инде. 

Фестиваль-конкурс лауреаттары

«Башҡорт халыҡ йыры»

Эльвина Әхмәтханова – 2 дәрәжә лауреат

Ләйсән Нурыева – 3 дәрәжә лауреат

“Татар халыҡ йыры”

Сәйҙә Мөхәмәтйәнова – 1 дәрәжә лауреат Лауреат 1 степени

Фидан Сәхибгәрәев - 2 дәрәжә лауреат

Рәмилә Замалова - 3 дәрәжә лауреат

Балалар йыры (кескәйҙәр төркөмө)

Милина Хәйруллина - 1 дәрәжә лауреат

Риана Хәлиуллина - 2 дәрәжә лауреат

Сәйҙә Абдуллина - 3 дәрәжә лауреат

Балалар йыры (өлкән төркөм)

Әмилә Феофанова - 1 дәрәжә лауреат

Дина Шәрипова - 2 дәрәжә лауреат

Руслан Зәкиров - 2 дәрәжә лауреат

Әҙилә Ғәбдракипова - 3 дәрәжә лауреат

Академик йыр

Эльвина Ахмәтханова - 1 дәрәжә лауреат

Айгиз Хәйҙәршин - 2 дәрәжә лауреат

Альберт Зәйҙуллин - 2 дәрәжә лауреат

Нахида Ахвердиева - 3 дәрәжә лауреат

Иң яҡшы дуэт/ коллектив

"Шаңдау" (коллективтар араһында)  - 1 дәрәжә лауреат

Диана Карпова һәм Рәзил Шарапов (дуэт) - 1 дәрәжә лауреат

Башҡорт эстрада йыры

Айбулат Гиләзетдинов - 1 дәрәжә лауреат

Эльвира Искакова - 2 дәрәжә лауреат

Юлиә Шәйәхмәтова - 3 дәрәжә лауреат

Татар эстрада йыры

Илдар Насыров - 1 дәрәжә лауреат

Ильмир Шәйхелисламов - 2 дәрәжә лауреат

Автор:
Читайте нас: