+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Ноябрь 2021, 17:03

Ир менән ҡатын ковидтан бер көндә тиерлек вафат булған

“Туймазинский-вестник” гәзите бәхетле ғүмер кисереп, коронавирус арҡаһында бер көндә тиерлек вафат булған ир менән ҡатын тураһында яҙып сыҡты. Был турала уҡыусыларға Туймазылағы ковид-госпиталь табибы Эльзара Талипова бәйән итә.

– Госпиталгә тәүҙә ирҙе килтерҙеләр. Үпкәләренең 70 процентҡа яҡыны зарарланғайны, өҫтәүенә ҡан баҫымы юғары – шунда уҡ тиерлек реанимацияға күсерҙек. Бер аҙнанан уның ҡатынын алып килделәр. Ханымдың үпкәләренең 50 проценты зыян күргән, етмәһә ул, юғары ҡан баҫымынан тыш, шәкәр диабетынан да яфалана ине. Икеһе лә реанимацияла бер айға яҡын ятты. Күрелгән дауалау сараларына ҡарамаҫтан, бер мәл ирҙең хәле насарланды. Ул кисен, сәғәт ундар тирәһендә, йән бирҙе. Ә ҡатыны иртәнгә табан донъя ҡуйҙы. Уҙаманға 61 йәш, ә ҡатынына 60 та тулмағайны... Икеһе лә, сирҙәре прививканы кисектереүгә нигеҙ булып тормаһа ла, вакцина яһатмағандар ине, – тип һөйләй Эльзара Дамир ҡыҙы.

Ул коронавирустың йәшен дә, ҡартын да аямауын билдәләй. “Хатта сабыйҙар ҙа ауырый, уларҙы шунда уҡ Өфө дауаханаһына ебәрәбеҙ”, – тип өҫтәй. “Ҡайһы берҙә кеше үҙен яҡшы тоя, температураһы ла юҡ, башы ла ауыртмай, йүткермәй ҙә, ә компьютер томографияһы үпкәләрҙең 10-15 процентҡа зарарланыуын күрһәтә”, – ти табип һәм яуыз сирҙе еңеү өсөн вакцинация мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: