+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Ноябрь 2021, 10:43

Баланы вирустарҙан һаҡлау өсөн

Әле, киҙеүҙәр һәм грипп миҙгелендә, өҫтәүенә коронавирус эпидемияһы ла дауам иткәндә, балаларҙы вирустарҙан нисек һаҡларға?Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығында булып үткән брифингта министр урынбаҫары Ирина Кононова шул һорауға яуап бирҙе.

Баланы вирустарҙан һаҡлау өсөн
Баланы вирустарҙан һаҡлау өсөн

Әле, киҙеүҙәр һәм грипп миҙгелендә, өҫтәүенә коронавирус эпидемияһы ла дауам иткәндә, балаларҙы вирустарҙан нисек һаҡларға? Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығында булып үткән брифингта министр урынбаҫары Ирина Кононова шул һорауға яуап бирҙе.

Ирина Кононова, балаларҙа грипҡа ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн, уларға был сирҙән прививка яһатырға кәңәш итә.

Икенсенән, санитария ҡағиҙәләрен үтәү мөһим: урамда һәм йәмәғәт урындарында булғандан һуң ҡулдарҙы яҡшылап йыуыу, битлек кейеү, социаль дистанцияны күҙәтеү мотлаҡ. “Балаларға, инфекция эләкмәһен өсөн, биткә ҡағылырға, танауҙы, күҙҙе ышҡырға, бармаҡты ауыҙға ҡабырға ярамауын аңлатырға кәрәк”, – ти табип.

“Әлеге мәлдә балаларға коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһалмай. Уларҙы был сир йоғоуҙан һаҡлау өсөн, ғаиләнең бөтә оло ағзаларына вакцина эшләтергә кәңәш итәбеҙ”, – тине министр урынбаҫары.

Шулай уҡ ул, респиратор инфекцияларының тәүге билдәләре күренеү менән, баланы баҡсаға, мәктәпкә алып бармайынса, өйҙә ҡалдырырға, педиатр саҡыртырға кәрәклеген билдәләне.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: