-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ноябрь , 15:04

“Спутник Лайт”тың йәнә ҙур партияһы килгән

 Башҡортостанға “Спутник Лайт” тың тағы ҙур партияһы – 78 600 доза вакцина килгән. Ул. республиканың вакцинация пункттары буйлап таратыласаҡ, тип яҙа Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 “Спутник Лайт”ошоға тиклем вакцина ҡаҙатҡан йәки коронавирусты үткәргән 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге кешеләргә тәғәйен. Вакцинаны һайлау – медицина хеҙмәткәре ҡарамағында, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.

Бөгөнгө көнгә ҡарата Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын 1 903 967 кеше (вакцина яһатырға тейешле халыҡтың 76,6 проценты) ҡаҙатҡан, икенсеһен дә эшләтеп, вакцинацияны тамамлап ҡуйыусылар – 1 634 096 (65,8 процент)

Республикала, мобиль пункттарҙы ла индереп, 183 вакцинация пункты эшләй. Әлеге мәлдә Өфөлә һигеҙ күсмә пункт урынлашҡан: “Торатау” Конгресс холында, “Планета” сауҙа үҙәгендә, “Башҡортостан” Лайфстал-үҙәгендә, “Карусель” сауҙа үҙәгендә, “Үҙәк” сауҙа комплексында, “Окей” гипермаркетында, Өсөнсө быуын халыҡ университетында, “Мега” сауҙа үҙәгендә.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан. 

Автор:Альмира Кирәева