+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ноябрь 2021, 09:05

Хеҙмәт баҙарында хәл яҡшыра бара

Был турала үҙенең докладында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.

Хеҙмәт баҙарында хәл яҡшыра бара
Хеҙмәт баҙарында хәл яҡшыра бара

Был турала үҙенең докладында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.

Эшһеҙҙәр һаны 40 процентҡа (127-нән 76 мең кешегә тиклем) кәмегән, эшһеҙлек кимәле 2,5 процентҡа түбәнәйгән – 6,5 проценттан 4-кә тиклем.

Теркәлгән эшһеҙҙәр һаны уҙған йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда шулай уҡ дүрт тапҡырға йәки 94 мең кешегә кәмегән һәм 1 ноябргә ҡарата 28 мең кеше тәшкил иткән. 

34 районда теркәлгән эшһеҙлек уртаса республика күрһәткестәренән түбәнерәк кимәлдә. Был йәһәттән Сибай ҡалаһы, Бөрйән, Йылайыр, Белорет, Бөрө райондары айырылып тора. Ә, киреһенсә, Ағиҙел ҡалаһында, Балаҡатай, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Архангел райондарында күрһәткес юғары ҡала килә.

Автор:
Читайте нас: