+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ноябрь 2021, 08:40

16 йәшкә тиклемге балаларҙы йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү ҡарала

Әлегә ете йәшкәсә балаларҙың ғына бындай мөмкинлеге бар.

16 йәшкә тиклемге балаларҙы йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү ҡарала
16 йәшкә тиклемге балаларҙы йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү ҡарала

Әлегә ете йәшкәсә балаларҙың ғына бындай мөмкинлеге бар.

Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар буйынса комитеты ете йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүҙе күҙ уңында тотҡан яңы закон проектын әҙерләүҙе тәҡдим итергә йыйына. Был хаҡта РИА Новости агентлығы хәбәр итә. 

Бөгөн төбәк властары был проблемаларҙы айырым бойороҡтар, социаль карталар һәм башҡа ысулдар менән үҙҙәре хәл итә. Башланғыс авторҙары иһә быны нығытып ҡуйырға теләй.

Хәҙер ете йәшкәсә балалар ғына транспортта бушлай йөрөргә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәрһеҙ йөрөгән 16 йәшкә тиклемге балаларҙы юл хаҡы түләмәгән өсөн төшөрөп ҡалдырыу тыйыла.

Автор:
Читайте нас: