

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡапыл һыуыта.
Бөгөн, 22 ноябрҙә, республикала епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел талғын, урыны менән көслө. Сымдарға һәм ағастарға ҡар һырыуы, юлдарҙа һырынтылар, боҙлауыҡ туңыуы фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ +2, -3 градус була.
Иртәгә лә бер аҙ ҡар яуа, ҡайһы бер райондарҙа буран сыға, юлдарҙа йөрөүҙе шулай уҡ ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ ҡатмарлаштыра, тип белдерә синоптиктар. Ел талғын, урыны менән көслө. Төндә -11 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ -3,-8 градус була.
24 ноябрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Төндә -13, -18 градус һыуыҡ, аяҙытҡанда -22 градусҡа тиклем, көндөҙ -8, -13.