+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Ноября 2021, 07:02

Прививкаһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштерә башлаясаҡтар

Башҡортостанда 18 декабрҙән байтаҡ ойошмаларҙа вакцина яһатмаған, йә прививка яһатырға ярамау тураһында йәки һуңғы ярты йылда коронавирус үткәреү хаҡында белешмәләре булмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштерә башлаясаҡтар, был осраҡта уларҙың хеҙмәт хаҡы һаҡланмаясаҡ.

Прививкаһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштерә башлаясаҡтарПрививкаһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштерә башлаясаҡтар
Прививкаһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштерә башлаясаҡтар

Башҡортостанда 18 декабрҙән байтаҡ ойошмаларҙа вакцина яһатмаған, йә прививка яһатырға ярамау йәки һуңғы ярты йылда коронавирус үткәреү хаҡында белешмәләре булмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштерә башлаясаҡтар, был осраҡта уларҙың хеҙмәт хаҡы һаҡланмаясаҡ. Башҡортостандың баш дәүләт санитар табибы Анна Казактың мотлаҡ вакцинация тураһындағы ҡарарында шундай талап билдәләнгән. Был ҡарарҙың республикала ҡатмарлы эпидемиологик хәл арҡаһында ҡабул ителеүен хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.

18 декабргә тиклем ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең 80 проценты прививканың икенсе компонентын эшләтергә тейеш. Тәүге компонентын 18 ноябргә тиклем ҡаҙатырға тейештәр ине. Коллективтың 20 процентын медицина сәбәптәре арҡаһында прививка яһатыуҙы кисектергән кешеләр, уҡыуҙа, декрет отпускыһында йәки командировкала булыусылар тәшкил итеүе ихтимал.

Был талап медицина, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү, транспорт, хоҡуҡ һаҡлау һәм законлылыҡты күҙәтеү хеҙмәткәрҙәренә, вахтасыларға, Өфө азропортында ил сиге аша пассажирҙарҙы үткәреү пункттарында эшләүселәргә, хәрби хеҙмәткәрҙәргә, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү, банктар, почта хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла. 11 ноябрҙән был исемлеккә сәнәғәт, төҙөлөш һәм проектлау, ауыл хужалығы һәм продукция эшкәртеү  тармаҡтарында мәшғүлдәр ҙә ҡушылды. Улар вакцинаның тәүге компонентын 30 ноябргә тиклем, икенсеһен 30 декабргә тиклем яһатырға тейеш.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас