-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
22 Ноябрь , 17:41

Медиа- мәктәп проекты тормошҡа ашырыла

Республикала “Һанлы мультимедиялы редакция” тигән медиа- мәктәп проекты тормошҡа ашырыла. Уның башланғысы булып йәй айҙарыныда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында  үткән журналистар йыйыны тора. Медиа- мәктәп матбуғат сараларының яңыса үҫеше, заманса ҡарашлы хәбәрселәр әҙерләү һәм һанлы технологияларҙы үҙләштереү мөмкинлектәрен ҡарай. Был хаҡта үҙ сәхифәһендә Башҡортостандың  матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев хәбәр итте.

Йылдың июнь айында агентлыҡ һәм БАГСУ араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Медиа- мәктәптең проект етәксеһе булып агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова сығыш яһаны.

Программа үҙ эсенә 54 уҡыу сәғәтен ала һәм ул заманса тенденцияларҙы иҫәпкә алып төҙөлгән. Ноябрҙә 80 журналист өсөн уҡыуҙар башлана.Тыңлаусылар араһында - баш мөхәррирҙәр, веб- редакторҙар, район һәм ҡала баҫмалары хәбәрселәре бар.

Проект сиктәрендә федераль журналдарҙан билдәле спикерҙар саҡырыла. Мәҫәлән “Журналист һәм медиарынок”, АИФ баҫмалары, “Бейеүһеҙ тик ток” китабының авторы  шулай уҡ урындағы билдәле баҫмаларҙың журналистары, белгестәр сығыш яһаясаҡ.  

Икенсе сығарылыш электрон баҫма журналистары өсөн ойошторола.

Автор:Гөлнур Ишбулатова