-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Ноября 2021, 10:28

Һис китергә йыйынмай был вирус

Үткән тәүлектә Башҡортостанда коронавирус 675 ауырыуҙа асыҡланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һис китергә йыйынмай был вирусҺис китергә йыйынмай был вирус
Һис китергә йыйынмай был вирус

Үткән тәүлектә Башҡортостанда коронавирус 675 ауырыуҙа асыҡланған. Пандемия башланғандан алып ковид инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 101 004 иҫәпләнә. Был турала республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеп үтте.

Шуларҙың 89 868-е вирусты еңеүгә өлгәшкән. Аҙаҡҡы тәүлектә сирҙән ҡотолоп, дауахананан сығыусылар – 666. Поликлиника табибы күҙәтеүе аҫтында өйҙәрендә дауаланыусылар – ете меңдән артыҡ. Зәһәр инфекцияға ҡаршы дауаханала көрәшеүселәр – 637, 113-ө ауыр хәлдә.

Максим Забелин йоғошло сирҙәр менән ауырыусыларҙы дауалау өсөн стационарҙарҙа дүрт мең койка тәғәйенләнеүен, әлеге мәлдә шуларҙың 22 проценты буш булыуын билдәләне.

Ул бөгөнгө көндә республикала коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын 1 890 939 кеше, йәғни вакцинация яһатырға тейешле халыҡтың 76,1 проценты эшләтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Икенсе компонентын да яһатып, вакцинацияны тамамлаусылар – 1 616 433 (65,1 процент).

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас