+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Ноября 2021, 13:45

Ғәйнә ризыҡтары телеңде йоторлоҡ

Пермь крайының Барҙа районында тарихи ваҡиға – тантаналы рәүештә “Ата-бабаларҙың алтын китабы” аллеяһы асылды.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғәйнә ризыҡтары телеңде йоторлоҡҒәйнә ризыҡтары телеңде йоторлоҡ
Ғәйнә ризыҡтары телеңде йоторлоҡ

Пермь крайының Барҙа районында тарихи ваҡиға – тантаналы рәүештә “Ата-бабаларҙың алтын китабы” аллеяһы асылды.

Байрам уңайынан Барҙала “Ғәйнә башҡортлары ашлары” тип аталған аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолған. Шулай уҡ “Ғәйнәләр: минең халҡым, телем, тарихым ата-бабаларҙан ҡалған алтын китаптарҙа” проектына ярашлы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында ошо уҡ исемдәге брошюра сығарылған. Унан тыш урындағы башҡорттар ҡоролтайы тарафынан ошо баҫмалағы рецептар буйынса аш-һыу әҙерләүгә конкурс та иғлан ителгән булған, бөгөн иһә аш-һыу күргәҙмәһендә уға йомғаҡ яһалды һәм “Бала саҡ тәме”, “Беҙҙең өлөсәйҙәр бешергән тәмлекәстәр”, “Ғәйнә башҡорттарының онотолған аш-һыуҙары”, “Ғәйнә башҡорттарының бренд булған ризыҡтары”, “Иң үҙенсәлекле, күркәм ризыҡ”, “Иң шәп кулинар” тигән биш номинация буйынса еңеүселәр иғлан ителде.

Автор:
Читайте нас