+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Ноября 2021, 03:05

Республика буйынса буран, боҙлауыҡ һәм епшек ҡар

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы болотло һауа торошо тураһында иҫкәрткәйне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика буйынса буран, боҙлауыҡ һәм епшек ҡарРеспублика буйынса буран, боҙлауыҡ һәм епшек ҡар
Республика буйынса буран, боҙлауыҡ һәм епшек ҡар

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы болотло һауа торошо тураһында иҫкәрткәйне.

Бөгөн, 20 ноябрҙә, республикала урыны менән буран, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, елдең секундына 15-20 метрға етеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары күҙәтелә.

Алдағы тәүлектәрҙә болотло һауа торошо фаразлана. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ иһә ҡар, епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ булыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы мөмкин. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр, урыны менән секундына 15-20 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә -2,-7, көндөҙ 0,-5 градус була. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

Өфөлә әле ҡар, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр, урыны менән секундына 17 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә -3,-5, көндөҙ -1,-3 градус була.

Автор:
Читайте нас