+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Ноября 2021, 03:46

Таң Еникеев - халыҡ рәссамы

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы лауреаты, танылған театр рәссамы Таң Еникеевҡа «Рәсәйҙең халыҡ рәссамы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Был оло награданы Таң Ғүмәр улына Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы. Оҫта рәссам 20 йылға яҡын Башҡорт академия драма театрының баш рәссамы булып хеҙмәт итә, М.Кәрим әҫәрҙәре буйынса «Ташлама утты, Прометей!», «Диктаторға ат бирегеҙ!», «Ай тотолған төндә», «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..», Н.Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша», Ф.Кроммелинктың «Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир», Ф.Бүләковтың «Бибинур, ах, Бибинур!..» һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙе биҙәгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Таң Еникеев - халыҡ рәссамыТаң Еникеев - халыҡ рәссамы
Таң Еникеев - халыҡ рәссамы

Бөгөнгө көндә Таң Еникеев М.Горький исемендәге Ырымбур драма театрының баш рәссамы.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас