+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Ноября 2021, 11:22

Ковид йоҡтороусылар 100 меңгә етеп килә

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала тәүлек эсендә ковид менән ауырыусылар 677-гә артҡан. Пандемия башланғандан алып коронавирус йоҡтороусылар һаны 98 973-кә еткән.

Ковид йоҡтороусылар 100 меңгә етеп киләКовид йоҡтороусылар 100 меңгә етеп килә
Ковид йоҡтороусылар 100 меңгә етеп килә

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала тәүлек эсендә ковид менән ауырыусылар 677-гә артҡан. Пандемия башланғандан алып коронавирус йоҡтороусылар һаны 98 973-кә еткән.

Зәһәр ауырыуҙы еңеүгә өлгәшкән яҡташтарыбыҙ – 87 891. Шуларҙың 679-ы уҙған тәүлектә сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, афәтле сирҙән йәнә лә 28 ауырыу вафат булған. Республикабыҙҙа ковидтан өҙөлгән ғүмерҙәр йәмғеһе 3 189 иҫәпләнә.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу әүҙем бара. Прививканың беренсе компонентын – 1 866 367, икенсеһен 1 584 079 кеше яһатҡан.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас