+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Ноября 2021, 11:25

Бейеү премьераһы

Республикабыҙҙың Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт академия ансамбле был миҙгелдә  тамашасылар хөкөмөнә өс яңы премьера тәҡдим итәсәк. Бейеүҙәрҙе  ансамбль  ошо көндәрҙә тамашасыларға күрһәтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бейеү премьераһыБейеү премьераһы
Бейеү премьераһы

Республикабыҙҙың Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт академия ансамбле был миҙгелдә  тамашасылар хөкөмөнә өс яңы премьера тәҡдим итәсәк. Бейеүҙәрҙе  ансамбль  ошо көндәрҙә тамашасыларға күрһәтте.

Профессиональ коллективтың планға ярашлы үткән концерт сығыштарында өс бейеүҙең премьераһы үтте. Йәмилә Бикбаева ҡуйыуында ҡатын - ҡыҙҙар өсөн “Быуындар сылбыры”, күмәк бейеүҙәргә ” Йәш йөрәктәр” тигән композицияны Сибайҙан Нәзир Байегетов һәм”Левжен бейеүе” тигән мордва бейеүен Олег Бахарев ҡуйған. Бейеүҙәр һәр ваҡыттағыса сағыу костюмдар менән байытылған.

-“Быуындар сылбыры” бейеүенең үҙәгендә өс быуын вәкиле, өс ҡатын образы ята.  Мәңгелек тормош ҡуласаһы: кешенең йәшлеге, урта йәше, олпатланыуы. Шуның менән бергә традицияларыбыҙ ҙа, йолаларыбыҙ ҙа, ижадыбыҙ ҙа быуындан быуынға күсеп бара. Бейеүгә фәлсәфәүи мәғәнә һалдым. Быуындар араһында булған хөрмәтте, олоно ололау, кесене кесе итә белеү, ҡотто һаҡлаусылар итеп күрһәткем килде. Был образды бейеү башланғанда  өс солист - Айгөл Вәхитова, Әҙилә Кәлимуллина, Эльвира Муллағолова башҡара. Уларҙың сәхнәлә әйләнеүе мәңгелек ваҡыт ҡуласаһы ул, - тип фекерҙәре менән бүлеште бейеүҙе ҡуйыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Йәмилә Бикбаева.

Тамашасылар премьераны бик йылы ҡабул итте. Башҡорт бейеүҙәренә музыканы композитор Илшат Яхин яҙған. Яңы бейеүҙәрҙә солистар булып шулай уҡ Майя Фәрхетдинова, Вадим Яхин, Илһам Иҙрисов, Иршат Ғайсин, Башҡортостандың  атҡаҙанан артисы Фәрхәд Хәкимов сығыш яһай.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас