+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Ноября 2021, 08:45

Ағыуланған яҡташыбыҙ вафат булған

Ҡаҙанда уҡып йөрөгән Башҡортостан йәштәре билдәһеҙ шыйыҡса эсеп ағыуланғайны.

Ағыуланған яҡташыбыҙ вафат булғанАғыуланған яҡташыбыҙ вафат булған
Ағыуланған яҡташыбыҙ вафат булған

Ҡаҙанда уҡып йөрөгән Башҡортостан йәштәре билдәһеҙ шыйыҡса эсеп ағыуланғайны.

Башҡорт медицина университеты студенты 20 йәшлек Анастасия П. команан сыға алмаған. Татарстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнсәк ҡыҙҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.

15 ноябрҙә бер төркөм студент (19 кеше, шуларҙы 10-һы Башҡортостандан була) Ҡаҙан эргәһендәге ҡасабала тыуған көнгә йыйыла. Улар 1,5 мең һумға ирис тәме килгән йәшел төҫтәге биш литр спиртлы эсемлек һатып ала. Тыуған көн мәжлесендә булған 13 кеше бер нисә сәғәттән «алкоголь менән ағыуланыу» диагнозы менән дауаханаға оҙатыла. Аҙаҡтан тағы ике кешегә медицина ярҙамы талап ителә. Барыһының да ҡанында метанол табыла.

Татарстандың Тәфтиш комитеты әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Фаразланыуынса, йәштәр яңылыш туңмай торған машина тәҙрәһен йыуыу шыйыҡсаһын («незамерзайка») эскән. Уны шундай уҡ һауыттағы һатып алған спиртлы эсемлек менән бутағандар.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы фотоһы. 

Автор:
Читайте нас